23 Дауыт егерме йәше тулмағандарҙың иҫәбен алып тормай, сөнки Раббы исраилдарҙы күктәге йондоҙҙар кеүек ишәйтергә вәғәҙә иткән була.
Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –
Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.
икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.
Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән.