7 Шемағъяһтың улдары: Ғоҫни, Рефаил, Ғовед, Әлзавад, ағай-энеләре Әлиһу менән Семахъяһ та булдыҡлы кешеләр була.
Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була.
Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була.
Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.