28 Шемуил әүлиә, Ҡиш улы Шаул, Нер улы Авнер, Серуяһ улы Йоав бағышлағандың барыһы, бағышлаған бүләктәрҙең һәммәһе Шеломиҫ менән уның туғандарының ҡулы аҫтында була.
Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була.
Исһар нәҫеленән Кенанъяһ һәм уның улдары Раббы йорто менән бәйләнмәгән хеҙмәткә тәғәйенләнә. Улар Исраилда мөдир һәм хөкөмдар вазифаһын башҡара.
Дауыт шулай уҡ Раббы йортоноң ихаталары һәм әйләнәләге бүлмәләр, Алла өйө хазиналары ҡаҙнаһы һәм Раббыға бағышланған әйберҙәр ҡаҙнаһы өсөн күңеленән ниәт иткән бөтә нәмәләрҙе лә әйтә.
Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.
Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.