22 Йехиили улдары: Зеҫам менән Йоил. Уларға Раббы йортоноң хазиналарын һаҡлау ышанып тапшырыла.
Лағдандың өс улы: беренсеһе Йехиил, йәнә Зеҫам менән Йоил.
Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.
Гершон нәҫеленән булған Лағдандың тоҡомонан Лағдандың ғаилә башлыҡтарының береһе Йехиили.
Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил нәҫелдәре:
Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була.
Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.