Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 26:20 - Изге Яҙма

20 Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 26:20
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте.


Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:


Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы.


Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай.


Ҡорах һәм Мерари нәҫелдәренән ҡапҡа һаҡсылары бына ошолай бүленә.


Гершон нәҫеленән булған Лағдандың тоҡомонан Лағдандың ғаилә башлыҡтарының береһе Йехиили.


Йехиили улдары: Зеҫам менән Йоил. Уларға Раббы йортоноң хазиналарын һаҡлау ышанып тапшырыла.


Муса улы Гершомдың тоҡомонан Шевуил хазиналар ҡаҙнаһының баш яуаплыһы була.


Батшаның ҡаһиндар менән левиҙәр тураһындағы, шулай уҡ хазиналарға һәм теләһә ниндәй башҡа эшкә ҡағылышлы күрһәтмәләре һис тайпылышһыҙ үтәлә.


Үҙҙәренең мөмкинлегенә ҡарап, улар йыйылған хазинаға төҙөлөш өсөн алтмыш бер мең драхма алтын, биш мең мина көмөш, ҡаһиндар өсөн йөҙ ҡат кейем бирҙе.


Мин уларға: «Һеҙ, ошо һауыт-һаба һымаҡ, Раббыға бағышланғанһығыҙ. Был алтын-көмөштәр – ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға үҙ ихтыярығыҙ менән биргән саҙаҡа.


Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Унан һуң туғандарына Осрашыу сатыры хеҙмәтендә ярҙам итһәләр була, әммә үҙҙәре эшләмәһендәр. Левиҙәрҙең хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы ҡағиҙәләр ошо булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ