17 көнсығыштан – алтышар леви, төньяҡтан – дүртәр, көньяҡтан – дүртәр, ә келәттәр эргәһенән икешәр леви көн һайын һаҡ хеҙмәтендә тора.
Шуппим менән Хосаға Көнбайыш ҡапҡаһы һәм Шаллехеҫ ҡапҡаһы төшә, унда юл үрләп китә. Ҡарауыл төркөмдәре бер-береһенең ҡаршыһында була:
Көнбайыш ихатала юл буйында дүртәр, ә ихатала иһә икешәр кеше һаҡта тора.
Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта.
Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы.