14 Көнсығыш ҡапҡаға йәрәбә Шәләмъяһҡа сыға. Уның улы, аҡыллы кәңәштәре менән билдәле Зәкәрьяһ, йәрәбәгә Төньяҡ ҡапҡаны ҡабул итә.
Хеҙмәт башҡарыу өсөн олоһо-кесеһе тиң булып, һәр ҡапҡаны йәрәбә һалып бүлешәләр.
Ғовед-Эдомға – Көньяҡ ҡапҡа, ә уның улдарына келәттәрҙе һаҡлау эләгә.
Мешәләмъяһтың улдары һәм ағай-энеһенән булдыҡлы кешеләр ун һигеҙ була.
Мешәләмьяһ улы Зәкәрьяһ Осрашыу сатырына ингән ерҙе ҡарауыллай.
Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта.
Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.
Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем.