9 Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.
Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике.
Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.