3 Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай.
Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була.
Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике.
Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ.
Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.
Һеман нәҫеленән Йехиил һәм Шимғи; Йедуҫун нәҫеленән Шемағъяһ һәм Ғуззиил.
Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған, Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.