25 Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике.
Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике.
Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике.
Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.
Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән.
Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.
Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.
Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше.
Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты.
улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте.