Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 24:6 - Изге Яҙма

6 Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 24:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы;


Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Авимәләх – ҡаһиндар, Шауша – кәтип,


Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар.


Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.


Беренсе йәрәбә – Йеһояривҡа, икенсеһе – Йедағъяһҡа,


йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


Шул саҡ Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.


Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ