24 Ғуззиил улы: Миха; Миха улдарынан: Шамир.
Ғуззиилдың улдары: беренсеһе – Миха һәм икенсеһе – Йишшияһ.
Хеврон улдары: беренсе – Йерияһ, икенсе – Амаръяһ, өсөнсө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам.
Миханың туғаны Йишшияһ; Йишшияһ улдарынан: Зәкәрьяһ.
Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.
Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй.
Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.
Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар.