Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:29 - Изге Яҙма

29 изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:29
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;


Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу,


Һәр көн иртән һәм кис улар Раббыға шөкөр ҡылырға һәм Уға дан йырларға тейеш була.


Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.


Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.


Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.


Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға.


Исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балаларынан изге шекелгә күрә бөтәһе бер мең өс йөҙ алтмыш биш шекел йыйылды.


Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөнә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды, Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урын Мөҡәддәс тип аталды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ