Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:28 - Изге Яҙма

28 Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:28
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була.


Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына.


изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү.


Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға,


Ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең бүленешенә, Раббы йортондағы хеҙмәткә, хеҙмәт башҡарғанда кәрәк булаһы һауыттарға бәйле күрһәтмәләр бирә.


Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәрҙең өстән бер өлөшө ҡапҡаларҙы һаҡлаһын,


Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.


Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә.


былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.


Хизкияһ Раббы ҡорамында келәт бүлмәләр әҙерләргә ҡуша, һәм был бойороҡ үтәлә.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ».


Йәһүҙәнән тыуған Зерах нәҫеленән булған Мешезавил улы Пеҫахъяһ Фарсы батшаһының Исраил халҡына ҡағылышлы эштәре буйынса вәкиле ине.


Минең бойороғом буйынса бүлмәләрҙе таҙарттылар һәм мин Алла йортоноң һауыт-һабаларын, икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмаланы кире индерҙем.


Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.


Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.


Айуандың ян-яҡтарында рәшәткәле тәҙрәләр яһалған, диуарҙарының һәр ике яғы хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән, шулай ук ҡорамдың ян бүлмәләре алдында ла рәшәткә-кәртәләр бар ине.


Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.


Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.


Мин уларға ҡорамды һаҡлауҙы һәм ундағы бөтә эштәрҙе йөкмәтәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ