26 Шул сәбәптән левиҙәргә изге сатырҙы һәм ундағы хеҙмәт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ».
Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына.
Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.
Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.
Муса уларҙы Раббы бойороғо буйынса иҫәпләне; һәр ҡайһыһына эш һәм күтәрергә йөк билдәләнде. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, бөтәһе лә шулай эшләнде.
Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.
Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.