Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 23:24 - Изге Яҙма

24 Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 23:24
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мушиҙың өс улы: Махли, Ғедәр һәм Йәремоҫ.


Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына.


Утыҙ йәше тулып уҙған барлыҡ левиҙәрҙең иҫәбен алалар. Улар йәмғеһе утыҙ һигеҙ мең кеше булып сыға.


Ҡаһиндар нәҫелдәре буйынса, ә йәше егерменән уҙған левиҙәр – кемдең ҡайһы төркөмдә ниндәй вазифа башҡарыуына ярашлы исемлеккә теркәлгән була.


Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.


Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде.


икенсе айҙың беренсе көнөндә бөтә йәмғиәтте йыйҙылар ҙа Раббы бойорғанса йәше егерменән уҙған барлыҡ ир-атты нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса берәм-берәм исемлеккә теркәнеләр. Шул рәүешле Муса Синай сүлендә халыҡтың иҫәбен алды.


Шимғон ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, илле туғыҙ мең өс йөҙ булды.


Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды.


Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине.


Бынан һуң Исраил халҡына асыуым төшмәһен өсөн Изге урын һәм ҡорбан усағы эргәһендәге эшкә һеҙ яуаплы.


Шулай итеп, исраилдарҙы ғаиләләре буйынса иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе: тупламдағы ғәскәрҙәрҙә йәмғеһе алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле кеше булды.


– Левиҙәрҙе ғаиләләре, нәҫелдәре буйынса һанап сыҡ. Бер айлыҡтан алып бөтә ир затын иҫәпкә ал.


Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.


һәр йән башына изге шекелгә күрә бишәр шекел көмөш ал. Бер шекелдә егерме гера иҫәпләнә.


утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер.


– Бына левиҙәр хаҡындағы ҡағиҙә: леви Осрашыу сатырында егерме биш йәштән алып хеҙмәт итергә тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ