9 Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Йә Раббым Аллам! Әле быуыны ла ҡатмаған, ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығырын да белмәгән мин ҡолоңдо атайым Дауыт урынына батша итеп ҡуйҙың.
Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.
Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды.
Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне.
Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.
– Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
– Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо.
Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың.
Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.
Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле.
Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған, Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан.
Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.
Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.
Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.
Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр.
Был йорт элеккенән шөһрәтлерәк булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Мин был урынға тыныслыҡ бирәм», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.