Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 22:7 - Изге Яҙма

7 – Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 22:7
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе.


Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ.


Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:


Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын йәшәгән ерегеҙҙән алыҫ икән, ул ваҡытта һеҙ, Раббы биргән эре йәки ваҡ малды, мин бойорғанса, сала алаһығыҙ. Уны торлағығыҙҙа, йәнегеҙ теләгәнсә ашағыҙ.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ