16 Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.
– Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.
Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты.
Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек.
Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй.
Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.
Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.
Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр».
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
– Ҡолом Муса вафат булды. Хәҙер Исраил халҡын Иордан аша Мин ошо халыҡҡа бүләк итеп бирәсәк илгә сығар.
Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
– Тор, – тип бойорҙо Раббы Йушағҡа, – ниңә йөҙтүбән ҡапланып ятаһың бында?
Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.
Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.