15 Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек.
Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.
Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын.
Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.
Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр.
Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептәргә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын ептәр ҡушып, оҫта итеп эшләһендәр.
Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә,
Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.