14 Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны.
Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты.
Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм таяуҙарға бихисап баҡыр тотонолғайны.
Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек.
Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй.
Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.
Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине.
һәр көмөш тәрилкәнең ауырлығы – изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ, һәр көмөш сеүәтәнең ауырлығы изге шекелгә күрә етмеш шекел булып, көмөштөң дөйөм ауырлығы изге шекелгә күрә ике мең дүрт йөҙ шекел булды;
Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.