8 Дауыт Аллаға былай ти: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.
– Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –
Бындай хурлыҡтан һуң мин ҡайҙа барырмын? Һинең дә Исраилда яманатың таралыр. Батша менән һөйләшеп ҡара, ул мине һиңә биреүҙән баш тартмаҫ, – тине.
Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.
Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һорай.
Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!
Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.
Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –
Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –
Әммә гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, Алла уларҙы ярлыҡар һәм һәм беҙҙе төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.
– Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.
Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.