6 Йоав левиҙәр менән бинйәминдәрҙе иҫәпкә алмай, сөнки батшаның был бойороғо уның күңеленә ятмаған була.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.
Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.