Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 21:27 - Изге Яҙма

27 Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 21:27
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.


бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә.


Орнан был ваҡытта бойҙай һуғып йөрөгән була. Боролоп ҡараһа, фәрештәне күреп ҡала. Эргәһендәге дүрт улы кереп йәшенә һала.


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Шул саҡ Дауыт, йевуси Орнандың ырҙын табағында Раббының яуап биргәнен күреп, шунда ҡорбан килтерә.


Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!


Ҡылысыңды ҡынына тыҡ! Мин һине яратылған ереңдә, Тыуған тупрағыңда хөкөм итәсәкмен.


Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.


Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ