Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 21:23 - Изге Яҙма

23 – Ал, хакимым батша нимә теләй, шуны эшләһен. Бына тотош яндырыу ҡорбаны өсөн үгеҙҙәремде, утынға – ашлыҡ һуҡҡысты, икмәк саҙаҡаһына – бойҙайҙы, барыһын да бушлай бирәм, – ти Орнан батшаға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 21:23
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.


Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти.


Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара.


Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.


Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ