2 Дауыт Йоавҡа һәм халыҡтың түрәләренә: – Барығыҙ, Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойора.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың.
Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды.
Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне.
Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.
Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.
Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде.