Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 20:5 - Изге Яҙма

5 Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 20:5
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һуңынаныраҡ Говта пелештиҙәр менән тағы бер һуғыш булды. Был алышта Бейт-Ләхәмдән Яғре-Оргимдың улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫты үлтерҙе. Голиаҫтың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ ине.


Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.


Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта була. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт була. Ул да рефалар тоҡомонан.


Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.


Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә.


– Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ. – Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт.


Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ