9 Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары.
Рам – Ғамминадавтың, Ғамминадав Йәһүҙә ырыуы башлығы Нахшондың атаһы була.
Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була.
Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ.
Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре.
Эҫан – Ғазаръяһтың атаһы.
Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың,
Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.
Хесрондан – Рам, Рамдан – Ғамминадав,
Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.