51 Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф.
Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр.
Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,
Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ.
Пенуил – Гедорҙың, Ғезәр Хушаның атаһы. Былар – Әфраҫтың баш балаһы һәм Бейт-Ләхәмдең атаһы булған Хурҙың улдары.
Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.
«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».
Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?
Исраилда хакимдар идара иткән осорҙа илдә йот башланды. Шул арҡала Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм тигән ҡаланан бер кеше ҡатыны һәм ике улы менән Моав еренә күсенде.
Улар шулай бергәләшеп Бейт-Ләхәмгә юлланды, унда килеп еткәс, бөтә халыҡ уларға ҡарап хайран ҡалды, ҡатындар бер-береһенән: «Ысынлап та, Ноғомимы был?» – тип һорашты.
Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.
Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!