49 Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа.
Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.
Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре.
Калевтың Мағаха исемле йәриәһе уға Шәвәр менән Тирхананы табып бирә.
Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,
Мадменаның халҡы ҡасты, Гевимда йәшәүселәр йәшенә.
Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине.
Сиҡлағ, Мадманна, Сансанна,
Ҡайин, Гивға һәм Тимна – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун ҡала.