42 Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре.
Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең, Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең. Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн, Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!
Шаллумдан – Йеҡамъяһ, Йеҡамъяһтан Әлишамағ тыуа.
Хеврондың улдары: Ҡорах, Таппуах, Рәҡәм һәм Шемағ.
Шаммайҙың улы – Мағон, ә Мағон – Бейт-Сурҙың атаһы.
Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа.
Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ.
Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары.
Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була.
Алла кемдәрҙе алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш итергә алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.
Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,
Зиф, Тәләм, Беғалоҫ,
Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.
Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта,
Зиф ҡалаһы кешеләре, Гивғаға барып, Шаулға: – Дауыт беҙҙә, Йешимондың көньяғындағы Хахила ҡалҡыулығында, Хорешта ҡасып ята.
Зиф кешеләре, Гивғаға килеп, Шаулға: – Дауыт Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында йәшенеп ята, – тип хәбәр итте.