Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 2:23 - Изге Яҙма

23 Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 2:23
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.


Гешурға ҡасҡан Авшалом унда өс йыл йәшәне.


Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.


Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була.


Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була.


Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)


Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй.


Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ