22 Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була.
Һуңыраҡ алтмыш йәшлек Хесрон Ғилғәдтең атаһы Махирҙың ҡыҙына өйләнә. Был ҡатыны уға Сегувты табып бирә.
Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була.
Муса Ғилғәдте Менашше улы Махирға бирҙе, һәм улар шунда төйәкләнде.
Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны.
Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)
Махирға Ғилғәдте бирҙем.
Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы,