19 Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә.
Хесрон улы Калевтың ҡатыны Ғазуванан Йериғот тигән ҡыҙы тыуа. Ә Йериғоттың улдары Йешәр, Шовав һәм Ардон.
Хурҙан – Ури, Уриҙан Бесалил тыуа.
Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була.
Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,
Пенуил – Гедорҙың, Ғезәр Хушаның атаһы. Былар – Әфраҫтың баш балаһы һәм Бейт-Ләхәмдең атаһы булған Хурҙың улдары.
Йушағ, Мусаның бойороғо буйынса, ғәмәлектәр менән һуғышҡа инде. Ә Муса, Һарун менән Хурҙы эйәртеп, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫты.
Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.