16 Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа.
Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла,
Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.
– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.
Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана.
алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була.
Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа.
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.