9 Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора.
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине.
– Ярар, – тине батша, – һеҙгә нисек ҡулай, шулай эшләйем. Батша ҡала ҡапҡаһы янына барып баҫты, ә кешеләр ҡапҡанан йөҙәрләп, меңәрләп сыға торҙо.
Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.
Хәҙер һин бына нимә эшлә: батшаларҙың бөтәһен дә тәхеттәренән төшөр, улар урынына өлкә башлыҡтары ҡуй.
Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап ала ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуя.
Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә.
Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.
Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр.
Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер.
Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Бабил-ҡыҙ!
Шулай тау армыттарынан Яу арбалары гөрһөлдәп елә; Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай, Шулай олоғара ғәскәр Саф-саф теҙелеп алышҡа килә.
Шаул менән исраилдар ҙа йыйылды. Улар Эла үҙәнендә туплам ҡороп пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнде.