Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 19:7 - Изге Яҙма

7 Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 19:7
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.


Дауыт уның мең яу арбаһын, ете мең һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә ала. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтыра.


Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә.


Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс,


Мысырҙар уларҙың арттарынан төштө – фирғәүендең яу арбалары, һыбайлылары һәм тотош ғәскәре Исраил халҡын Пи-Һахироҫ янында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туҡтаған урында ҡыуып етте.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек. Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы. Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек».


Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ,


Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын;


Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе.


Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ