Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 19:4 - Изге Яҙма

4 Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 19:4
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр.


Илселәр ҡайтырға сыҡҡас, был хәбәр Дауытҡа килеп етә. Ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрә, сөнки тегеләр бик ныҡ мыҫҡыл ителгән була. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡуша.


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы, Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.


Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.


Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ.


Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ