16 Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Авимәләх – ҡаһиндар, Шауша – кәтип,
Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар,
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы;
Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була.
Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә.
Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар.
Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.