14 Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡыла, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итә.
Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.
Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә.
Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.
Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,
Ишай улы Дауыт бар Исраил өҫтөнән батшалыҡ итә.
Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле.
Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Кедрҙы мул тотонғандан ғына Үҙеңде шәп батша булдым тип уйлайһыңмы? Ана, атайың туйғансы ашап-эсте, Әммә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөккә таянды, Шуға күрә уның эше ыңғай барҙы.
Ул көндәрҙә, шул заманда Дауыт нәҫеленән бер тоғро Үҫенте сығарырмын. Ул илдә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр.