Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:9 - Изге Яҙма

9-10 Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Һиңә шуны хәбәр итәм: Раббы Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:9
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте.


Уландарың ашығып һиңә килер, Ә талаусылар, емереүселәр сығып ҡасыр.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Зирәклегең һәм зиһенең менән Үҙеңә байлыҡ тупланың, Хазина һаҡлағысыңды Алтын-көмөш менән тултырҙың.


Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн.


Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр.


Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ