І Йылъяҙма 17:8 - Изге Яҙма8 Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Һиңә шуны хәбәр итәм: Раббы Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.