5 Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды.
Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.
Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды.
«Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым».
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте.
Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.
Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.