3 Әммә шул төндө Наҫанға Алла һүҙе иңә:
«Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым».
– Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Алла һинең менән, – ти Наҫан Дауытҡа.
– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең.
Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.
Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.
– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.