Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 17:27 - Изге Яҙма

27 Инде хозурыңда мәңге торһон өсөн ҡолоңдоң йортона фатихаңды биреүҙе хуш күрҙең. Һин, йә Раббым, уға фатиха бирҙең һәм ул мәңге фатихалы буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 17:27
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен!


Ә Сөләймән батша фатихалы булыр, Дауыттың тәхете Раббы ҡаршыһында мәңге ныҡ торор!


Эй Раббым, Һин – Аллаһың! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең!


Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.


Тик шулай ҙа, Исраил Аллаһы Раббы атайымдың нәҫеленән нәҡ мине Исраил өҫтөнән мәңгегә батша булыр өсөн һайланы. Бөтә ырыуҙар араһынан Ул Йәһүҙәне баш ырыу итте, Йәһүҙә ырыуынан минең атайымдың нәҫелен һайланы, атайымдың йортонан мине бар Исраилға батша итеп ҡуйыуҙы хуш күрҙе.


Һиңә ялбарып ҡотҡарылдылар, Ышандылар һәм оятҡа ҡалманылар.


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.


сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.


Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Вәғәҙә иткәненсә, Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихаһын бирер, шул сағында һеҙ күп ҡәүемдәргә үтескә биреп торасаҡһығыҙ, ә үҙегеҙ алмаясаҡһығыҙ. Күп ҡәүемдәр өҫтөнән хакимлыҡ итерһегеҙ, ләкин улар һеҙҙең өҫтән хакимлыҡ итмәйәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ