13 Мин – уға Атай, ә ул Миңә ул булыр. Мин һиңә тиклемге батшаны рәхмәтемдән мәхрүм иткәйнем, һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам.
Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.
Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Мин уны йортома һәм батшалығыма мәңгелеккә ҡуйырмын, уның тәхете мәңге ныҡ булыр».
Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.
Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде.
Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.
Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».
Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме?
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –