11 Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең.
Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.
Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.
Мең йыл Һинең күҙ алдыңда Үтеп киткән кисәге көн, Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ.
Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр.
Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.
– Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.
Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.