5 Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.
Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты.
Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын,
Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя:
Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була.
Ассирҙың улы – Тахаҫ; Тахаҫтың улы – Уриил, Уриилдың улы – Ғуззияһ, Ғуззияһтың улы – Шаул.
Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның,
Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була.