43 Бынан һуң бар халыҡ өйҙәренә таралыша. Дауыт та, үҙ ғаиләһен фатихалар өсөн, өйөнә ҡайта.
Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.
Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.
Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора.
Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.