Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 16:4 - Изге Яҙма

4 Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 16:4
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:


Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша.


һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға.


Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.


Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!


Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә.


Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.


Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй.


Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты.


Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.


Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.


Үҙеңә һайлап алғандарҙың бәхетен күрәйем, Халҡыңдың һөйөнөсөнә мин дә һөйөнәйем, Биләмәңдең ҡыуанысын уртаҡлашайым.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән.


Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам; Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге!


Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ